Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күреү һәләтен юғалтҡандарҙың уҡыу шарттарын яҡшыртыу буйынса тифлосессия

Семинарҙы М.Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре уҙғарҙы һәм унда был райондың барлыҡ китапхана хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙы Мишкә районының Үҙәк китапхана системаһы директоры Татьяна Кондогина сәләмләне һәм район китапханаларының төрлө категория инвалидтар менән эшләүҙә булған эш тәжрибәләре һәм был йүнәлештең көнүҙәк булыуын әйтеп үтте. Тифлосессияның ҡатнашыусылары “Рәсәй Федерацияһы инвалидтарын социаль яҡлау” Федераль закон сиктәрендә күреү һәләттәрен юғалтҡан граждандарҙың төп хоҡуҡтары менән, традицион һәм виртуаль режимдағы мәғлүмәттәрҙе ала алыу, электрон китаптарға адаптив һәм виртуаль мөмкинлектәрен тәьмин итеү мөһимлектәре менән танышты. Сара сиктәрендәге түңәрәк өҫтәлдә М.Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан респубика махсус китапханаһының директор урынбаҫары Ирина Күсәрбаева һәм Инновацион-методик бүлек мөдире Ирина Борисевич ҡатнашты һәм көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралып, төрлө һорауҙарға яуаптар бирелде. Тифлосессия ҡатнашыусыларына сара һуңында сертификаттар тапшырылды.