Төбәктең экспортҡа йүнәлтелгән компаниялары тауарҙарҙы Беларусь Республикаһы баҙарына сығарыу буйынса консультацияға саҡырыла, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Рәсәй экспорт үҙәге 21 июндә “FMCG төркөмөндәге Рәсәй тауарҙары (аҙыҡ-түлек һәм халыҡ ҡулланыуы тауарҙары) эспортын Беларусь Республикаһында үҫтереү” темаһына халыҡ-ара онлайн-консультация үткәрә. – Быйыл беренсе кварталда Беларусь 7,6 процент өлөш менән Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә дүртенсе урынды биләй. Был осорҙа уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда үҙ-ара тауар әйләнешенең 57,3 процентҡа артыуын теркәйбеҙ. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса аҙыҡ-түлек тауарҙары Беларусҡа экспорттың дөйөм өлөшөнөң биш процентын биләне. Был тармаҡта тәьмин итеүҙе үҫтереү өсөн ҡеүәт бар, ә Республика экспорт үҙәгенең вебинары беҙҙең эшҡыуарҙарға был тауар төркөмөнөң Беларусҡа экспорт үҙенсәлектәре тураһында белергә ярҙам итәсәк, – тип белдерҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлег