Найти тему
Башҡортостан гәзите

Асҡарҙа - янғын

Ямғырҙарҙы ни тиклем зарығып көтөп алһаҡ та, ҡайҙалыр боҙбарсаҡтарын яуҙырҙы, икенсе урындарҙа көслө йәшендәре менән шомландырҙы. Кисәге төндәге йәшен һөҙөмтәһендә Әбйәлил районының үҙәге Асҡарҙа ике ҡатлы бинала янғын сыҡҡан. Һөҙөмтәлә бина һәм унда урынлашҡан сауҙа нөктәләре ҙур зыян күргән. Көслө янғын бер нисә саҡрым алыҫлыҡта уҡ күренеп торған. Ваҡиға урынында янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар отряды, Амангилде ауылынан ирекле янғын һүндереү командаһы эшләгән. Бөтәһе 15 кеше, ете техника йәлеп ителгән. Ваҡиға буйынса тикшереү бара, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана. Шулай ҙа ут йәшендән тоҡанған тип фаразлана. Фото: "Бәйләнештә"н