Бөрйән районында “Бөрйән ырыуы йыйыны” үтте. Саҡырылған ҡунаҡтарҙы Байназар, Яңы Мөсәт, Килдеғол, Әбделмәмбәт, Ҡолғана, Иҫке Собханғол ауылдарының фольклор ансамблдәре мәҙәниәт йорто алдына сығып ҡаршы алды. Артабан ҡунаҡтар тирмә эсендә милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Мәҙәниәт йорто фойеһында халыҡ оҫталарының ошо ерлеккә генә хас үҙенсәлекле сергетыш, ҡорама, милли кейем, биҙәүестәр, тормош-көнкүреш әйберҙәренән, сувенирҙарҙан, картиналарҙан торған күргәҙмә ойошторолғайны. Ауыл, ғаилә тарихын барлап төҙөгән шәжәрә ағастары ла ҡунаҡтарҙың юғары баһаһын алды. Сараның тантаналы өлөшө Бөрйән ырыуы тарихына бәйле театрлаштырылған тамашанан башланды. Шундай юғары рухлы, илһөйәрлек, телһөйәрлек менән һуғарылған концерт номерҙарынан һуң, сараның фәнни-ғәмәли өлөшө башланды. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов ҡорҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, бөгөнгө йыйындың оло әһәмиәтен билдәләне. Сәләмләү һүҙҙәре менән шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе урынбаҫары Арсен Еникеев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы, БДМУ-ның медицина генетикаһы һәм фундаменталь медицина кафедраһы профессоры Сәлиә Мырҙабаева сығыш яһаны. Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев билдәле Бөрйән ырыуы шәхестәрен барланы. Әхмәт Сөләймәнов музейы директоры Роза Ғүмәрова “Киләсәккә әйтер һүҙем булһын” исемле доклады менән сығыш яһаны. Бөрйән ырыуының ҡор башы вазифаһын башҡарыусы Руслан Биккининдың доклады “Ырыу эштәре тәртибен ойоштороу. Ырыу хәрәкәтенең тел, тарих һәм дә көндәлек тормошҡа әһәмиәте” темаһына арналғайны. Бөрйән, Баймаҡ, Әлшәй, Дәүләкән, Илеш, Көйөргәҙе, Миәкә, Стәрлебаш, Хәйбулла, Федоровка райондарынан килгән вәкилдәр бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәгән ауылдарының тарихы менән таныштырҙы, йыйынға үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Бик фәһемле һәм һөҙөмтәле, эшлекле үткән йыйынға йомғаҡ яһап, «Бөрйән ырыуы» йәмәғәт ойошмаһы советын һайланылар һәм ойошманың ҡарарын, ырыуҙың гербын һәм Әхмәр Үтәбай һүҙҙәренә Вилүр Мәүлитов ижад иткән “Беҙ боронғо Бөрйәндәр” тигән йырҙы ырыу гимны итеп ҡабул иттеләр. Сараның бүләкләү өлөшөнән һуң ҡор башлығы һайланды. Был яуаплы вазифа район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт, кадрҙар һәм мәғлүмәт-аналитика эше бүлеге етәксеһе Марсель Ғүмәровҡа йөкмәтелде. Штандарт Түңгәүер ырыуы вәкиле, шағирә, журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Айгөл Айытҡоловаға тапшырылды. "Таң" гәзитенән алынды. Авторы Әлфинә Юлсурина. Булат Тимерғәлиев фотолары