Бөгөн кискә ҡарай ҡурҡыныс хәбәр күршеләрҙән, Татарстандан килде. Республиканың Туҡай районында Сәйет тигән ауылда янғын сыға. Тиҙ арала ҡотҡарыусыларҙы һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡыртыуға ҡарамаҫтан, 100 квадрат метр ҙурлыҡтағы өйҙө тиҙ арала ут ялмап ала. Янғынды һүндергәндән һуң ҡотҡарыусылар ҡурҡыныс күренешкә тап була: урында ете кешенең кәүҙәһе табыла. Уларҙың өсәүһе өлкән кешеләр, ҡалған дүртәүһе – балалар. Мәғлүмәттәр буйынса йортта һигеҙ кеше йәшәгән, дүртәүһе балалар булған. Ғаилә имен түгел тип баһаланған. Янғын башланғас, балаларҙың әсәһе генә өйҙән сығып өлгөргән. Балаларҙың ҙурына - ете, бәләкәйенә өс йәш булған. Икәүһе балалар баҡсаһына йөрөгән, ике бала коррекция мәктәбендә уҡыған. Әле янғын сәбәптәре асыҡлана, урынға республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәкселеге барған. Ҡот осҡос фажиғә, бындай хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек. Фото: "Бәйләнештә".