Бейеү театры артистары һәм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт ассоциацияһы филармонияһы солистары Һабантуйҙы концерт программаһы менән асты. Силәбелә Гагарин паркының төп сәхнәһендә сағыу тамаша халыҡты йәлеп итте. Байрамда Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт Яримов, Силәбе өлкәһе хакимиәтенең мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Ирина Анфалова-Шишкина, Силәбенең социаль үҫеш буйынса етәксеһе урынбаҫары Сергей Авдеев, Силәбе өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышы депутаты, Бөтә Рәсәй һәм Силәбе өлкә билбау көрәше федерацияһы президенты, «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһының Силәбе өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Морис Йосопов, Урал төбәгенең баш мөфтөйө, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре мосолмандарының төбәк рухи идаралығы рәйесе, Силәбе өлкәһе Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ринат хажи-хәҙрәт Раев һәм башҡалар ҡатнашты. Фестивалдә аллеялар буйлап тирмәләр урынлаштырылды һәм милли көнкүреш әйберҙәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Силәбе халҡы башҡорт халҡының йәшәйеше менән