Был үҙенсәлекле байрамды йыл һайын бар республика халҡы тамаша ҡыла. Фестивалдең маҡсаты, халҡыбыҙҙың ижадын һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе, милли музыка уйын ҡоралдарында уйнауҙы һәм уларҙы эшләү оҫталығын, халыҡ йырҙарын башҡарыуҙы, республика һәм милләт-ара мәҙәниәтте үҫтереүҙе һәм хеҙмәттәшлек итеүҙе үҙ эсенә ала. Байрамды асып ҡунаҡтарҙы Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Сәлим улы Исҡужин һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертауҙағы филиалы мөдире Әлфиә Хәлил ҡыҙы Грязнова сәләмләне. Фестиваль-бәйгелә урындағы халыҡтың уйнау традицияларын һаҡлаусы ижади төркөмдәрҙең солистары, йырсылар, милли музыка уйын ҡоралдарында уйнаусылар һәм уны эшләү оҫталары, һәүәҫкәр ижади төркөмдәр көс һынашты. Милли уйын ҡоралдары һәм башҡа төр әйберҙәр менән күргәҙмә байрамдың бер биҙәге булды. Шулай уҡ төрлө уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәтеү, уҡ атыу, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Күгәрсен районының брендына әйләнгән был күңел байрамынан һәр кем күтәренке кәйеф һәм юғары рух менән таралышты. Фестивалде ойоштороу комитеты фотолары.