«Һөт сәнәғәте» компанияһы Иглин районында 1200 һауын һыйыры һыйҙырмалы малсылыҡ комплексы төҙөргә ниәтләй. Улар инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2,3 миллиард һум йәлеп итергә иҫәп тота. Тейешле килешеүгә Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә ҡул ҡуйылған. «Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 310-сы указына ярашлы, 2024 йылға беҙҙең төбәктә 21 яңы һөт комплексы сафҡа инергә тейеш», — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. — Эштәр бара, ҡушылған бурыс үтәләсәк. Әле 18 сәнәғәт һөт-тауар фермаһы эшләй. Беҙ, шул иҫәптән форумда ла, ағымдағы осор ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы тармағында инвесторҙарҙың әүҙемлеге кәмемәүен күрәбеҙ. Инвестиция проекты йыл һайын 9 мең тоннаға тиклем һөт етештереүҙе һәм 80 яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота”, - тине Илшат Фәзрахманов килешеүгә ҡул ҡуйғанда. Шулай уҡ был килешеү аҫтында Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насырова, “Һөт сәнәғәте” компанияһы директоры Виктор Сычев ҡул ҡуйҙы.