Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры - сәнәғәт министры Александр Шельдяев Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында РБК телеканалына интервью бирҙе. Башҡортостандың сәнәғәт министры Санкт-Петербург форумынан һуңғы фекерҙәре менән уртаҡлашты һәм төбәк сәнәғәте өсөн санкцияларҙың һөҙөмтәһе тураһында һөйләне. Беренсе ватан дроны Башҡортостанда эшләнгән — Йыл һайын республика Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара иҡтисади форумында яңы етештереү өлгөләре тәҡдим итә. Быйыл беҙ пилотһыҙ осоу аппараттары үҙәктәренә иғтибарҙы йүнәлттек, сөнки бөгөн Рәсәй Федерацияһында был өлкәлә етештереү, проектлау һәм кадрҙар буйынса лидерҙарҙың береһе булып торабыҙ. Осоу аппараттарын етештереү буйынса федераль милли проектта әүҙем ҡатнашабыҙ. Бөгөн беҙ Белорус партнерҙарыбыҙ менән берлектәге эшләнмәләребеҙҙе күрһәтергә булдыҡ. Был беҙҙең республикала, Күмертау авиация етештереү предприятиеһында етештерелгән тәүге сертификацияланған ватан дроны, исеме БАС-200, — тине вице-премьер, журналистың һорауҙарына яуап биреп. Тәүге 10 комплект сығарылған да инде. Һынауҙар бара, осоштар башҡарыла. Ә БАС-200-гә ихтыяж ҙур. «Өҫтөнлөклө проекттар» программаһы сәнәғәт үҫеше федераль фондынан 1,7 милиард һум аҡса йәлеп ителгән. Башҡортостан стендында уның тәүге етештереү өлгөһө тәҡдим ителде. «РВ-1» радиоэлектроника технопаркы Александр Шелдяев "РВ-1" радиоэлектроника технопаркын төҙөү тураһында ла ентекле һөйләне. Проектты тормошҡа ашырыу 2030 йылға 370 эш урыны тәьмин итәсәк, потенциаль резиденттарҙың радиоэлектрик сәнәғәтенең тулайым продукцияһы 3,6 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. — Буласаҡ технопарктың потенциаль резиденттары — Өфө, Минск, Санкт-Петербург компаниялары. Улар менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған да инде. Бында инвестициялар күләме 1 миллиард һумдан артып китәсәк. Проект федераль бюджеттан субсидия алыу өсөн һайлап алынған (2023-2024 йылдарға 504 миллион һум бүленәсәк). Дрондар менән дә шундай хәл. Беҙ был тәжрибәне киңәйтеү өсөн майҙансыҡтар булдырабыҙ. Уларҙы форумда күрһәттек. Был “Геоскан”, “AЭРОНЕКСТ” һәм “Флай дрон” һанлы платформаһын булдырыусылар менән берлектәге проекттар, улар менән бергә «пилот майҙаны системаһын» ойошторабыҙ», — тип аңлатты сәнәғәт министры. Бынан тыш, форум сиктәрендә донъяла беренсе Милли кибер-физик платформа «Берлога» тәҡдим ителде, уны Башҡортостан Республикаһының Стратегик башланғыстар буйынса агентлығы коллективы тормошҡа ашырҙы. — Был үҫмерҙәр өсөн уйын, уйын аша программалауға ынтылыш. Был, шулай уҡ технологиялар, осоусы аппараттар менән бәйле программалар. Был уйын менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусылар – беҙ үҫтергән кадрҙар буласаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Шельдяев. Төбәккә инвестициялар - Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары билдәләүенсә, форумда ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙең күплеге, шул иҫәптән инвестиция күләме 10,5 миллиард һум тәшкил иткән ике инвестиция килешеүе айырым иғтибарға лайыҡ. Төбәк «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә Л-35/11-1000 бензин каталитик риформингы ҡоролмаһын төҙөкләндереү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәк. Яңы производство сеймал ҡеүәтен ике тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Икенсе килешеү — Башҡортостан Республикаһы һәм «ГЕО ГЕНЕЗИС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында инвестиция проектын тормошҡа ашырыу ниәттәре тураһында булды. Инвестор Сибай ҡалаһы ерҙәрен мелиорациялауға 1,6 миллиард һум аҡса һалырға ниәтләй. Форумдан һуң ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? – Бөгөн беҙ нефть химияһы тармағының технологик суверенитетын тәьмин итә алабыҙ. Йәғни республиканың бөтә өлкәләрҙә лә лидер булыуын күрһәтеү беҙҙең маҡсат ине, шуларҙың береһе - нефть химияһы. Бөгөн Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы катализаторҙарының 90 процентын алмаштыра. Элек Көнбайыштан һатып алынғандары беҙҙең республикала уңышлы етештерелә һәм беҙ ҡеүәтте арттырыуға әҙербеҙ. "Алға" махсус иҡтисади зонаһында яңы проекттар төҙөйбеҙ, Белорустар менән берлектәге проекттар зонаһын киңәйтәбеҙ. Төп өмөттәр – бөгөнгө йүнәлештәрҙе күрһәтеү, барлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу һәм алға барыу, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер. Ниндәй өҫтөнлөклө бурыстар тора? Һуңғы сәйәси ваҡиғаларға бәйле тармаҡтың маҡсаттары һәм пландары нисек үҙгәрҙе, тигән һорауға Александр Шелдяев йүнәлештең элеккесә ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. — Махсус хәрби операция сиктәрендә һәм Көнбайыш санкцияларына бәйле 2014 йылда башлаған эште дауам итәбеҙ. Импортты алмаштырыу менән әүҙемерәк шөғөлләнәбеҙ. Беҙҙең бөгөн мөһим партнерыбыҙ — Иран, һәм беҙ улар менән бер нисә өлкәлә эшләйбеҙ. Нефть химияһы буйынса килешеүҙәр бар, балалар өсөн уйындарҙы бергәләп етештереүҙе булдырыу тураһында килешеүҙәр бар. Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре нығына бара. Бөгөн унан дрондар өсөн компоненттар алабыҙ, һуңынан яңыртып ҡуябыҙ. Беҙҙең Белоруссия менән хеҙмәттәшлегебеҙ һөҙөмтәле мөнәсәбәттәрҙең сағыу өлгөһө булып тора, «Амкодор» заводын төҙөү, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 20 мең квадрат метрлыҡ производство майҙансығы төҙөлдө. Июнь аҙағында иген киптереү ҡоролмалары өсөн тәүге «Амкодор» заводын асасаҡбыҙ. Йәғни махсус хәрби операция шарттарында һәм санкциялар баҫымы шарттарында дуҫ илдәр менән йыйылып, бөгөн беҙ Рәсәйҙә әле булмаған проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ, — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры - сәнәғәт министры Александр Шельдяев.Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Александр Шельдяев сәнәғәттең киләсәге тураһында һөйләне
18 июня 202318 июн 2023
4 мин