Ауыл тормошон ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле итеп һүрәтләгән Зөлфирә Таһирова был юлы ла эшҡыуарҙарға йөн һатҡанын мәҙәк итеп һүрәтләгән. “Ауыл ерендә ҡош-ҡорт алып, имен генә итеп үҫтереп алыу, унан гөрләтеп өмәләр үткәреү – матур бер күренеш. Башҡа яҡта нисектер, беҙҙең ауылда ҡошто һыуға тығып йолҡабыҙ. Еңел дә, өмәселәрең дә арымай. Былтыр минең ҡаҙҙар ҡара төҫтән ине. Теүәл итеп үҫтереп алып, шатыр-ботор йолҡоп, эш итеп алдыҡ. Яңы йылға тиклем төрлө мәшәҡәте сығып ҡына торҙо, унан һуң ваҡыт та, йөн ҡайғыһы ла булманы. Шул йөн тоҡта һыулы килеш ултырып ҡалып, ҡыш көнө туңып, яҙ көнө иреп, үҙ көнөн үҙе күргән. Уны үҙең эш иткәнсе, тапшырыуы хәйерлерәк тип уйланым. Май үтеп, июнь килде, баяғы йөн таптырып йөрөүселәр күренмәй. Әллә мин эштә саҡта йыялармы, ней булһа ла баяғы йөн урын алып тора, болталанып ята бирә. Бер көн урамда, һыйыр ҡайтҡанын көтөп торғанда күрше-тирә еңгәйҙәргә әйтеп ҡуйҙым, йөн йыйыусы күренһә, тура миңә ебәрегеҙ. Ысынлап та, ике көн дә үтмәне, “хозяйканан” һалдырып, баяғы йөн батшалары инеп килә. Нәҙек оҙоно инде тәүҙә. - Гусей сколько было, пух есть у вас?- тигән булды. Яттан ғына өйрәк менән ҡаҙҙы ҡуштым да, күҙемде лә йоммай, более пятидесяти тинем. - За сколько отдашь? - Пять тысяч! - Уступи! - Нет, я и так уступила. - А сколько было? - Шесть! - Ты же изначально пять сказала?! - Я про себя шесть подумала! Йөндө улай-былай әйләндереп ҡараны ла, дорого же, тип мығырланы. - Эй, не хотите как хотите, вы не возьмёте, другие придут!- тинем дә тоҡтарҙы шарт та шорт келәт эсенә кире ырғыттым. Елкәһен тырнай-тырнай хужаһын саҡыра китте был. Быныһы төптән йыуан, тәгәрләп килеп инде. Этте күрҙе лә, нисек инеп килгән, шулай кире сығып йүгерҙе. Мин этемде тотоп торам, нигеҙгә һылашып, килеп инде был. Тура келәткә инеп китте. Бер заман это утка, это гусь, тип тоҡтарҙы ике яҡҡа борҡолдата башланы. Был нимә тейер икән, тип көтөп торам. Ауыҙы ла ҡыйшаймай: - 1500 и все! – тей. Йөндөң ҡара булыуы оҡшмай, йәнәһе. Хәҙер көтөп кенә тор, бында әллә һыумейе бармы? - Забираете всё за пять или ничего не отдам! Таких как вы тут полном полно ходят! - тип ебәрҙем. Үҙем эстән генә, алмай сығып китмәһен, быныса йөндө ҡайҙа итәм, тип шыртлап торам. Ну беҙ йылда шулай хаҡҡа тапшырабыҙ, ҡайһылары бер һүҙ өндәшмәй алып китәләр. Быйыл үҙемдән дә артмаҫ ине ул йөн, яҫтыҡ эшләп алылыр инек, тик баяғы мин йүнһеҙ арҡаһында йөн йөнһөҙләнгән. Теге ,,йөнбатша" минең ҡәтғи рәүештә торғанды күреп, албырғап төштө. -Две тысячи и забираю гусиный,- ти был. - Или забираете всё или ничего! Тора-бара хаҡ ике мең ярымға, унан өс меңгә күтәрелде. Мин торған ерҙән "родная", " красавица", "лапуля", "милая", "хорошая" булып бөттөм. Эстән генә эт тиреһен башыма ҡапларҙай булып торалыр инде ул. - Я своё слово сказала, никогда таких покупателей как вы не видела, каждый год сдаём, за дуру принимаете что-ли? - тип ебәрҙем. Бер заман өс мең ярымын өҫтәлгә һалды ла сыға башланы. -Сейчас я на вас собаку спущу! - тинем артынан. Кире әйләнеп килеп, дүрт мең ярым итеп һалып, пожалуйста, это очень хорошая цена, тип ялбарып, мине күндерҙе. Шатырлап барып ҡаҙҙыҡын да, өйрәктекен дә һалып алды. Еще бейем: -Сноха у меня такая! - тип маҡтанып ултырған була. Былай килмәйем тимәне, икенсе йылда ла һеҙҙекен алам тине”, - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә Зөлфирә. Бына шулай, үҙ һүҙеңде һүҙ итеп, йөндө лә ҡыйбатҡа һатып ебәрергә була. Бары тик үҙеңә ышанырға кәрәк.Фотолар Зөлфирә Таһированың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.