Тейешле килешеүгә 16 июндә Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә ҡул ҡуйылды. Был - республика өсөн һөтсөлөк тармағын үҫтереүгә йүнәлеш биргән икенсе проект. Тәүгеһен төҙөү тураһында килешеүгә шулай уҡ ошо форум сиктәрендә ҡул ҡуйылғайны. «Һөт Башҡортостан фермерҙары өсөн төп стратегик продукт булды һәм булып ҡала», — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. — Ит кеүек үк, төбәктең һәм илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге нигеҙендә ята, шуға күрә ул һәр ваҡыт тармаҡтың күпселек эре инвестиция проекттарының нигеҙе буласаҡ. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙан һуң “Прикамье” 2025 йылға йылына 12,6 мең тонна һөт һәм 210 тонна эре мөгөҙлө мал ите етештерергә ниәтләй. 51 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Инвестиция ниәттәре тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында Илшат Фәзрахманов һәм "Прикамье" компанияһы вәкиле Евгений Ковшов ҡатнашты. Белешмә: Шулай уҡ 16 июндә иҡтисади форум сиктәрендә «Һөт сәнәғәте» компанияһының инвестиция ниәттәре тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды, ул Иглин районында 1200 эре мөгөҙлө мал өсөн малсылыҡ комплексы төҙөргә ниәтләй. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.