Найти в Дзене

Өс бала әсә наҙынан мәхрүм...

Атайҙар абруйын күтәреү буйынса «Башҡортостан Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы үҙ эшмәкәрлегендә социаль йүнәлеште айырып күрһәтә. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итә. Уҙған йылда РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров рәйеслегендәге Башҡортостандың Атайҙар ҡоро Сибай ҡалаһында 7-15 йәшлек дүрт баланы яңғыҙ тәрбиәләгән Батыр Изиковтың күп балалы ғаиләһе өсөн «һин яңғыҙ түгел» хәйриә программаһында координатор булып сығыш яһаны. Ғаилә дөйөм суммаһы 60 мең һумлыҡ адреслы ярҙам ала: һыуытҡыс, кер йыуыу машинаһы, микротулҡынлы мейес, үтек, кәстрүлдәр. Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Рәшит Сафиуллиндың ишле ғаиләһе ярҙам алған: был кер йыуыу машинаһы һәм кейем шкафы. Атай 2009, 2011 һәм 2014 йылдарҙа тыуған өс бәлиғ булмаған баланы яңғыҙ тәрбиәләй.Алда әле күп изге эштәр. Бергә беҙ - көс, күп ғаиләләргә ярҙам итә һәм лайыҡлы балалар тәрбиәләй алабыҙ, тип билдәләй йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре. Фото һәм текст сығанағы: "Хәйбулла хәбәрҙәре".