Тәтешле районының Икенсе Еремйәбаш ауылы ҙур түгел. 2023 йылдың 1 июненә бында 118 кешенең йәшәүе билдәле. Күпселеге өлкәндәр, эшкә һәләтле йәштәгеләр, һикһәнде уҙғандар - алты кеше. Балалар ни бары туғыҙ ғына бөртөк. Тарихтан күренеүенсә, ауылға 1914 йылда Бөрө өйәҙе биләмәһендә нигеҙ һалынған, 35 йортта 19 кеше йәшәгәне билдәле. Ауыл тарихи боролоштарҙа ла үҙ йөҙән һаҡлап, әлегәсә үҙ исеме йөрөтә. Бәләкәй ауылда ла тормош ҡаҙан кеүек ҡайнап тора. Айырыуса йәй көндәрендә ҙур йәнлелек һиҙелә. Күп бала тәрбиәләп үҫтергән Ғималетдиновтарҙың тынғыһыҙ ғаиләһенә лә хас был күренеш. Өс ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, өсәүһен аяҡҡа баҫтырған ата-әсә төпсөк ҡыҙҙары Ландыш менән бергә донъя көтә. Тәхминә Рәсим ҡыҙы әйтеүенсә, бөгөн уларҙа өй йыуыу өмәһе, йәйҙең йәмле көнөндә донъяны ялт иттереп йыйыштырып ҡуйғыһы килә. VI класҡа уҡырға барасаҡ ҡыҙы һәр эшендә ҙур таяныс, кесе йәштән йорт-баҡса мәшәҡәттәрен башҡарырға күнеккән. Йорт хужаһы Радик Радим улы Карл Маркс исемендәге ауыл хужалығы кооперативында водитель булып эшләй. Ә хужабикә ошо хужалыҡта уҡ һыйыр һауа. “Ауылда эш урыны булыуы яҡшы инде ул. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләйҙәр. Эшләһәң, аҡсаһы ла була, кәйеф тә күтәренке”, - ти Тәхминә. Ғималетдиновтарҙың өс улы ла армия хеҙмәтендә булған. Өлкәндәре Данил Нефтекамала йәшәй, улдары бар. Фидан – Яңауылда. Икеһе лә ғаиләле. Кинйә улдары Нияз Яңауыл нефтселәрендә водитель булып эшләй. Иҫке Күрҙем ауыл Советы биләмәһендә күп бала тәрбиәләгән утыҙ ғаилә йәшәй. Балалар тауышы гөр килеп торған, туғанлыҡ тойғоһо, бер-береңә ярҙам, һөйөү йәшәгән егәрле ғаиләләре менән ауыл да йәнле. “Өйҙәрҙәге усаҡ һүрелмәһә, балалар ҙа бәхетле, аҙымдары ышаныслы. Ҙур ғаиләлә үҫкән кеше ярҙамсыл, башҡалар хәленә инә белеүсән, туғандары өсөн ҡалҡандай ышаныслы. Улдарыбыҙ беҙҙең хеҙмәт иткәнде күреп үҫте, армия “бутҡаһын” ашап сыныҡты, шуға күрә уларҙың эш яғынан һыр бирмәҫенә ышанабыҙ”, – ти күп бала әсәһе Тәхминә Рәсим ҡыҙы. Динә Арыҫланова. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.