Найти тему
Башҡортостан гәзите

Маскировка селтәре, блиндаж шәмдәре ни өсөн кәрәк?

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм ялға ҡайтҡан ауылдаштарын Федоровка ауылының 1-се мәктәп уҡыусылары шатланып ҡаршы алды. Егет бит үҙе лә ошо мәктәпте тамамлаған, бындағы стеналар ҙа, уҡытыусылар ҙа уға яҡшы таныш һәм ҡәҙерле, тип яҙа “Ашҡаҙар таңдары”. Көндөҙгө лагерға йөрөгән уҡыусылар “Артист” позывнойлы хәрби яҡташтарын һырып алды. Ҡыҙыҡһыныусан малайҙар һәр ваҡыттағыса яугирҙе һорауҙарға күмде. Егет артиллерияла хеҙмәт иткәнен, тәүҙә ҡурҡыныс тойғоһоноң уға ла хас, ауыр булыуын, аҙаҡ күнегеүен һөйләне. Ул балаларға һәм уҡытыусыларға йылы хаттары өсөн рәхмәт белдерҙе, ошондай иғтибар, хәстәрлек алға барырға көс бирә, тине. Маскировка селтәрҙәренең һәм блиндаж шәмдәренең ни өсөн кәрәклеген уҡыусыларға аңлатты. “Артист” йәш быуынға ныҡ булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәңәш бирҙе. “Беҙҙең армия көслө һәм күп милләтле, рус, башҡорт, татар, мордва, чечен, бүрәт һәм башҡа милләт халыҡтары берҙәй булып Ватан һағына баҫты”, – тине ул. Мәктәп коллективы ҡунаҡҡа һаулыҡ, уңыштар теләп, уның Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләне. Елена Маганева фотоһы.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц