Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Барҙа-йыйын Пермь башҡорттарын йыйҙы

Пермь крайының Барҙа районы үҙәгендә «Барҙа-йыйын» тип аталған үҙенсәлекле милли байрам үтте. Сарала район халҡы, башҡорт һәм татар халыҡтарының мәҙәниәте һәм йолалары менән танышты. Сара Ғәйнә улусының башҡорт старшинаһы, Уложенный комиссия депутаты (1967-1969) бюсына сәскәләр һалыу менән асылды. Байрамды асып, тамашасылар алдында Пермь крайы губернаторы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Леонид Политов сығыш яһаны. Ҡунаҡтарҙы шулай уҡ Пермь крайының Закондар сығарыу йыйылышы депутаты Георгий Ткаченко һәм Барҙа муниципаль округының Земство йыйылышы рәйесе Илгизәр Вәхитов сәләмләне. Башҡортостандан Пермь халҡын ҡотларға килеүселәр араһында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Әлфис Ғаязов, Башҡорттарҙың Бөтә донъя Ҡоролтайы (конгресы) рәйесе Юлдаш Йосопов һәм Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Рифат Бикҡолов, Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов бар ине. Фестивалдең ҡунаҡтары йолаларҙы, оҫталар йәрминкәһенән, күргәҙмәләрҙе ҡараны, балалар һәм өлкәндәр өсөн ойошторолған уйындарҙа ҡатнашты. «Барҙа-йыйын»дың төп сараһы ат сабышы һәм милли көрәш булды. Нефтекама дәүләт филармонияһы артистарының сығышы милли байрамды биҙәне. Концерт программаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин башҡарған башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙары, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илгиз Миңләхмәтов һәм Иршат Ҡарасурин, талантлы йәш башҡарыусылар Ләйсән Нуриева һәм Илнара Рыженкова сығыштары сағыу булды. Иҙел Исҡужин башҡарған башҡорт ҡурайының көйлө һәм үҙенсәлекле тауышын, "Түңгәүер" бейеү ансамбле артистары башҡарған милли бейеүҙәрҙе тамашасылар яратып ҡараны. — «Барҙа-йыйын» киң күләмле һәм уникаль мәҙәни сара булды, унда ҡатнашыу беҙҙең матур йолаға әүерелде. Ошо милли байрамды үткәреү йолаһы дауам итһен! Барҙа халҡына йылы ҡаршы алыуҙары һәм ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт, — тине Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Ғайсин.