Исеме бөтә республикаға билдәле Ришад Вәхитов тураһында бөгөн, Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә һөйләне. “Ярты быуат самаһы – 47 йыл! — Күмертауҙан Ришад Рәҡип улы Вәхитов педиатр-хирург булып эшләй. Медицина хеҙмәткәре көнөндә был хаҡта үҙемдең #ЖЗЛ_Башкортостан бүлегемдә һөйләйем. 1976 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Күмертау ҡала дауаханаһында эшләй. Ул бында юлама менән килә һәм башҡа эш урынын алмаштырмай. Ришад Вахитов кеүек кешеләрҙең ҡулы алтын. Ғүмерендә нисә сабыйҙы ҡотҡарғанын һанап бөтә алмай. Юғары квалификациялы белгес, хирургия бүлеге мөдире булып эшләй, күҙ микрохирургияһы бүлеген етәкләй. Әле 75 йәш булыуына ҡарамаҫтан, йәш пациенттарҙы ҡабул итеүен дауам итә. Ришад Рәҡип улы — Башҡортостандың атҡаҙанған табибы һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу уның яратҡан шөғөлө. Матур йырлай, бик күп музыка ҡоралдарында уйнай. Атаһының эшен Ришад Рәҡиповичтың улы Илнур Вәхитов дауам итә. Шулай уҡ хирург һөнәрен һайлай, Күмертау ҡала дауаханаһының поликлинникаһында эшләй. Ришад Рәҡип улын, Илнур Ришад улын һәм улар менән бергә бөтә табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын, ашығыс ярҙам фельдшерҙарын ҡотлайым! Һеҙгә сәләмәтлек, бәхет һәм именлек теләйем! P.S. Ришад Рәҡип улының йырлағанын тыңлағыҙ. Был йырҙарҙа – халҡыбыҙҙың күңеле”, - тип яҙған Радий Хәбиров.