Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тормошҡа ике төрлө ҡараш

Ошо көндәрҙә “Рәсәй рәссамдар берлеге” Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Кесе күргәҙмә залында ике үҙенсәлекле рәссамдың ижади күргәҙмәһе асылды. Рәссамдар Яҡупова Рәйсә Сабирйән ҡыҙы һәм Ғәлләмова Рива Фларит ҡыҙының картиналары күргәҙмәлә тағы ла бер ай баш ҡала халҡын ҡыуандырасаҡ әле. Ике рәссам, һәр икеһенең дә тормошҡа үҙ ҡарашы, ике төрлө характерҙағы картиналар, әммә улар Ҡ. Дәүләткилдеев исмендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында (элекке РСШХИ) иңгә-иң терәп бергә алты йыл уҡыған. Тормошта күпте күргән, бар ғүмерҙәрен һынлы сәнғәт, балалар уҡытыу һәм архитектура өлкәһенә биргән рәссамдар гимназияны 47 йыл элек тамамлаған. Ә шулай ҙа яҙмыш һынауҙарында юғалып ҡалмай, күптәнге хыялдары булған, үҙ әҫәрҙәренән торған, беренсе рәсми күргәҙмәләрен ойоштороуҙы, ниһайәт, тормошҡа ашырғандар. Күргәҙмә асыу тантанаһына уларҙы ҡотлап ҡала халҡы һәм курсташтары, класташтары килде. Улар, үҙ сиратында, һабаҡташтары менән ғорурланыуын белдереп, һә

Ошо көндәрҙә “Рәсәй рәссамдар берлеге” Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Кесе күргәҙмә залында ике үҙенсәлекле рәссамдың ижади күргәҙмәһе асылды. Рәссамдар Яҡупова Рәйсә Сабирйән ҡыҙы һәм Ғәлләмова Рива Фларит ҡыҙының картиналары күргәҙмәлә тағы ла бер ай баш ҡала халҡын ҡыуандырасаҡ әле. Ике рәссам, һәр икеһенең дә тормошҡа үҙ ҡарашы, ике төрлө характерҙағы картиналар, әммә улар Ҡ. Дәүләткилдеев исмендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында (элекке РСШХИ) иңгә-иң терәп бергә алты йыл уҡыған. Тормошта күпте күргән, бар ғүмерҙәрен һынлы сәнғәт, балалар уҡытыу һәм архитектура өлкәһенә биргән рәссамдар гимназияны 47 йыл элек тамамлаған. Ә шулай ҙа яҙмыш һынауҙарында юғалып ҡалмай, күптәнге хыялдары булған, үҙ әҫәрҙәренән торған, беренсе рәсми күргәҙмәләрен ойоштороуҙы, ниһайәт, тормошҡа ашырғандар. Күргәҙмә асыу тантанаһына уларҙы ҡотлап ҡала халҡы һәм курсташтары, класташтары килде. Улар, үҙ сиратында, һабаҡташтары менән ғорурланыуын белдереп, һәр береһенә изге теләктәрен еткерҙе. Республикабыҙҙың билдәле рәссамы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Нәсих Хәлисов: "Бөгөн беҙ оло ваҡиғаның шаһитыбыҙ. Рәссам класташтарыбыҙ үҙҙәренең тормошонда оло ваҡиға кисерә. Улар күңелдәрендә булған рухын, матурлығын бөгөн бар республика алдына сығарып һалды", – тип изге теләктәрен әйтеп үтте. Ысынлап та, күргәҙмә залына килеп инеү менән ҡояш яҡтылығын тояһың. Портреттарҙағы билдәле кешеләрҙең йөҙҙәренән дә, натюрмортҡа төшкән сәскәләрҙән дә ғәжәйеп бер йылылыҡ, тәбиғилек, илаһи бер матурлыҡ ағыла. Һәр бер картинаға ҡараған һайын даһи халҡыбыҙҙың, беҙгә генә хас тәбиғәтебеҙҙең асылын, сафлығын, эскерһеҙлеген бар күңелең менән тояһың. Әйткәндәй, күргәҙмәнең яртыһын сәскәләрҙән торған натюрморттар биләй. Рәйсә Сабирйән ҡыҙының күп ижадсыларға хас булмағанса тулыһынса авторлыҡ эше был. Шәхси хужалығында үҙе үҫтергән йәшелсә-емеш һәм сәскәләрҙән төшөрөлгән картиналар. Сәскәләрҙе өҙөп алып, вазаға ҡуйғас, рәссамға картина яҙыу ваҡыты бик әҙ бирелә, сөнки сәскәләрҙең йәшәү ваҡыты ҡыҫҡа, ул шул вҡытта рухланып та, илһамланып та, матурлыҡты күреп, картинаны яҙып өлгөрөргә лә тейеш. Бына ошондай этюд характерлы эштәре биҙәй уның баш ҡалабыҙҙың кесе күргәҙмә залын. Ә инде йәш сағында Мәскәүҙәге арбат рәссамдары характерын үҙенә һеңдергән билдәле рәссамыбыҙ Рива Ғәлләмованың картиналары башлыса портреттарҙан тора һәм үҙе архитектор булараҡ, күп осраҡта ҡала тематикаһына, ҡала күренештәрен төшөрөү менән шөғөлләнә. Уның һәр портретында тәрән фәлсәфә һәм кешелектең бар асылы ята. Бындай психологик портреттарҙы төшөрөү өсөн рәссамға кешеләр менән күп аралашырға һәм дә уларҙың күңелен тулыһынса асып еткерергә кәрәк. “Ситтән генә күҙәтеп тә, яҡындан аралашырға ла яратам кеше менән. Әгәр кешенең күңелен аса алмаһаң - уның ысын йөҙөн таба алмайһың", - ти үҙе бының турала. Матур тантанаға уларҙы ҡотларға ун биш һабаҡташ йыйылғайны. Уларҙың әйтеүенсә, был - ике синыфташ асҡан тәүге рәсми күргәҙмә. Шуға ла улар, ошондай, һынлы сәнғәт гимназия-интернатының өлкән быуын сығарылыштары, йәғни республикабыҙҙың төрлө төбәктәренә таралған рәссамдар өсөн айырым бер күргәҙмә майҙансығы булһа ине, Тыуған илебеҙ, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә тағы ла матурыраҡ, мәртәбәлерәк ижади күргәҙмәләр асылһа ине, тигән теләктә ҡалды. Әйткәндәй, Рәйсә Сабирйән ҡыҙы һәр синыфташының портретын төшөргән ине, сара һуңында синыфташтары үҙҙәренең рәсемен бүләккә алып ҡыуанды. Фотолар: Нәсих Халисов