Найти тему
Башҡортостан гәзите

Лянторҙа һабантуй гөрләп үтте

Ханты- Манси автономлы округы – Югралағы Лянтор ҡалаһында шаулап-гөрләп Һабантуй үтте. Уны ике тиҫтә йылға яҡын йәмәғәт ойошмалары ҡала хакимиәте ярҙамында үткәреп килә. Һабантуй программаһына ярашлы традицион халыҡ ярыштары үткәрелде. Милли көрәш, тоҡ менән һуғышыу, көйәнтәләп һыу ташыу, таш ырғытыу, көршәк ватыу, тоҡ кейеп, шулай уҡ ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү һәм башҡа ярыштарҙа халыҡ үҙе лә ҡатнашты, ярышыусыларҙы дәртләндереп тә торҙо. Көрәштә еңеүсегә елле тәкә эләкте. Байрам концертында халыҡ башҡорт, татар эстрада йырсыларын тыңланы, халыҡ һәм заманса бейеүҙәр ҡарап кинәнде. Был сарала беҙҙең республиканан БР-ҙың атҡаҙанған артисы Рөстәм Шаһыбалов һәм БР-ҙың халыҡ артисы Рушан Биктемеров ҡатнашты. Фотолар: БР Хөкүмәте сайты.