Грант алып, үҙенең хужалығын үҫтереп, етештереү кимәлен арттырған эшҡыуарҙарҙың береһе - Әлшәй районының Слаҡ ауылында йәшәгән Әлфиә Ғәниева. Ғәниевтәрҙең хужалығы боронғоса итеп милли эсемлек етештереүе менән билдәле. Тап шуның өсөн дә Әлфиә Ғәниева етештергән ҡымыҙҙың даны бөтөн республикаға таралған. Крәҫтиән (фермер) хужалығын бөтмөр Ғәниевтәр 15 йыл элек булдырып ебәрә. Ҡымыҙҙарының сифаты менән һатып алыусыларҙың ышанысын шунда уҡ яулай. Төрлө республика ярыштарында еңеүҙәре менән дә был исемде раҫлап тора. — Беҙҙең ҡымыҙға һәр ваҡыт ихтыяж булды. Уны етәрлек кимәлдә етештереү мәсьәләһе килеп тыуҙы. Шуға ла етештереү күләмен арттырыу тураһында уйланыҡ. 2021 йылда "Агростартап" грант программаһында ҡатнашырға булдыҡ. Конкурста еңеп сыҡтыҡ һәм 2,7 миллион һум оттоҡ, ошо аҡсаға башҡорт тоҡомло 10 ат, трактор, йөк тейәүсе һатып алдыҡ. Дәүләт ярҙамы бик урынлы булды. Мал аҙығы культураларын үҫтереү өсөн үҙебеҙҙең ауыл хужалығы техникаһын һатып ала алдыҡ, ҡымыҙ етештереүҙе арттырҙыҡ. Б