“Бәләкәй ауылда тыуып үҫтем. 18 йәшем тулғас, баш ҡалалағы бер училищеға уҡырға индем һәм уны тамамлағас, эшкә урынлаштым. Күптәр ошондай тормош юлын үтәлер, моғайын. Ятаҡтағы бәләкәй генә бүлмәне ҡуртымға алып, үҙаллы йәшәй башланым. Торлағымда йүнле бер нәмә лә юҡ. Аҡсам да артыҡ булманы. Ә ашауға килгәндә, эштә туҡланып ҡайта инем. Ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшләнем. Әммә шуныһы яҡшы: тәмле итеп, төрләндереп бешерергә өйрәндем. Ҡыҫҡаһы: аҡсаны экономиялау өсөн барыһын да эшләргә тырыштым, әммә тормошомдан ҡәнәғәт инем. Ябай ғына бәхетемә риза булып көн күрә инем. Төҫ-башыма килгәндә, артыҡ сибәрҙән түгелмен. Дуҫтарым, шул иҫәптән егетем дә юҡ. Быларҙың барыһына ла аралашыусан түгеллегем сәбәпселер, моғайын. Ярай әле күңел һалып һөйләшер бер әхирәтем бар. Тап ул мине ике туған ағаһы Ринат менән таныштырҙы һәм уға мин оҡшап ҡалғанмын. Шулай итеп, был егет миңә сәскәләр бүләк итә, эштән ҡаршы ала башланы һәм үҙем дә, бындай иғтибарға башым әйләнеп, ғашиҡ булғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Таныш