Найти тему
Башҡортостан гәзите

Еңеүселәр араһында Өфөнән дә табип бар

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында “Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәт йәмғиәт өсөн” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сығыусыларға дипломдар тапшырылды. Улар араһында Өфөнән неонатолог Фәйрүзә Латипова ла бар ине. Ул “Әсәлек һәм балалыҡ” номинацияһында еңеп сыҡҡан. Ул конкурсҡа “Абилитация: бала тормошондағы иң мөһим 200 көн” тип исемләнгән проектын тәҡдим иткән. Фәйрүзә Латипова, Рәсәйҙә беренселәрҙән булып, “Яратҡан бәләкәс” балалар инвалидлығын булдырмау өсөн абилитация үҙәген, ҡаты сирле балалар өсөн “Айырыуса балалар” хәйриә фондын, шулай уҡ абилитация институтын ойошторған. Бүләкләү тантанаһында Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡатнашҡан. Фото:БР Конгресс-бюроһы.