Кисәге көн халҡыбыҙ менән, милли батырыбыҙ Салауат Юлай улының 269 йәшлек тыуған көнөн билдәләнек. Республика буйынса был көндө ниндәй генә саралар уҙманы. Әлбиттә, улар араһында балалар өсөн уҙғарылған байрамдар ҙур әһәмиәткә эйә. Шулай уҡ был көн Башҡарма комитет Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янындағы республика башҡорт ата-әсәләре комиссияһы менән “Аҡбуҙат” журналы уҙғарған Салауат Юлаевтың һәм уға бағышланған шиғырҙар бәйгеһе лә мәртәбәле бер күренеш булды. Бәйге ике төрҙә үтә ине, беренсеһе - республика һәм унан ситтә йәшәгән балалар өсөн, интернет селтәрендә, республика ата-әсәләр комиссияһының “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә. Ә инде баш ҡалабыҙҙа һәм Салауат ҡалаһында йәшәгән балалар өсөн бәйге милли батырыбыҙҙың һәйкәле янында уҙғарылды. Был мәртәбәле сараны ойоштороусыларҙың береһе Айгөл Атанова: “Милли батырыбыҙҙың тыуған көнө айҡанлы уҙғарылған бәйгелә шиғыр һөйләүселәр генә түгел, йәш ҡурайсылар ҙа ҡатнашты. Был сараның маҡсаты - балаларыбыҙҙа милли батырыбыҙҙың рухын
Киләсәгебеҙ бар, һәм ул шундай уҡ йөкмәткеле, матур буласаҡ!
17 июня 202317 июн 2023
2 мин