Найти тему
Башҡортостан гәзите

Билдәле актриса Башҡортостандың гүзәллегенә хайран ҡалған

“Ошо көндәрҙә Белорет районында "Точка ноль. Эпицентр" тип аталған нәфис фильм төшөрөлә. Төп ролдәрҙең береһен билдәле рус актрисаһы Марина Александрова башҡара. Ул тамашасыға «Азазель» фильмы, «Екатерина», «Мосгаз» телесериалы аша яҡшы таныш. Эш араһында билдәле актриса Бәләкәй Кирәл (Малиновка - русса) тауына менеп төшкән. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә”, - тип яҙа Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта. Ысынлап та, @Марина Александрова 7 июндән Башҡортостанда икән. Көн һайын ул үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә матур-матур фотолар һәм видеолар һала, тәбиғәттең хозурлығына һоҡланыуын йәшермәй: «Башҡортостан һоҡланғыс һәм ғәжәйеп матур», — тип яҙған актриса. Был һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп, быйыл үҙегеҙ булған иң матур урындарҙың фотоларын һалығыҙ, дуҫтар! Фотолар актрисаның социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды: https://vk.com/marinaaleksandrova