Федоровка районының башҡа кешеләре кеүек үк Балыҡлы халҡы ла Ватан һағындағы хәрбиҙәргә ярҙам итергә тырыша. Ҡышҡыһын ҡатын-ҡыҙҙар йылы ойоҡбаштар бәйләү менән шөғөлләнһә, посылкалар туплап ебәрһә, хәҙер улар ауыл мәҙәниәт йортоноң иркен бинаһында маскировка селтәрҙәре үреү менән шөғөлләнә, тип хәбәр итә “Ашҡаҙар таңдары”. “Сменалап эшләйбеҙ, берәүҙәр иртә менән, икенселәр төштән һуң эшләргә килә. Мәҙәниәт йорто мөдире Рәйфә Рәхмәтуллина, китапханасы Регина Шәрипова буш ваҡыттарында ярҙамға килә. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бик әүҙем, тырыш. Улар хәрбиҙәрҙең бөтәһенә лә һаулыҡ теләп, яҡшы хәбәрҙәр генә көтә. Һәр эшкә йөрәк йылыһын ҡушып, Еңеү көнөн яҡынайтыуға үҙ өлөштәрен индерергә тырыша балыҡлылар. Ф. Булатова фотоһы.