Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баш ҡала юлдарында ремонт эштәре дауам итә

Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына (национальный проект "Безопасные качественные дороги") ярашлы ремонт эштәре дауам итә. Был юл-төҙөлөш миҙгеле аҙағына тиклем урам-юл селтәренең ете объекты тулыһынса ремонтланасаҡ. Яңыртылған участкаларҙың дөйөм оҙонлоғо алты километрҙан ашыу, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенән. Был урамдарҙың береһе – Демьян Бедный урамы. Глазовская урамына тиклем яңыртылған участка ойҙонлоғо 1,5 километр тәшкил итә. Унда ремонт эштәре 11 майҙа башланған. Был урамдағы барлыҡ эштәр киләһе йыл аҙағында тамамланасаҡ. Ә Галле ҡалаһы исемендәге урамдағы эштәр 26 апрелдә башланған. 730 метр оҙонлоғондағы Лев Толстой урамында ремонт эштәре 5 апрелдә башланған. Муниципаль килешеүҙәр ваҡытының аҙағы – 2023 йылдың 15 сентябре. Әммә әле үк был участкала барлыҡ эштәр тамамланған. Менделеев урамының ремонт эштәре атҡарыласаҡ өлөшө 910 метр тәшкил итә. Ә Яңы Рәсәй урамын йүнәтеү былтыр старт алған.