15 июндә Санкт-Петербургта “Өфө” сик патруле карабын һыуға төшөрөү тантанаһы булды. Былтыр 4 июндә Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәтенең Сик хеҙмәте етәкселеге фарманы менән сик патруле караптарының береһенә “Өфө” исеме бирелде. Карап төньяҡ баш ҡаланың “Алмас” суднолар төҙөү фирмаһы стапелдәрендә йыйылған. Йыл аҙағына тиклем ул шварт, йөҙөү һәм дәүләт һынауҙарын үтәсәк. Шунан һуң уны Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Сик хеҙмәтенә тапшырасаҡтар. “Башҡортостанда һәм Өфөлә йәшәүселәр өсөн был – бик мөһим ваҡиға. Киләһе йылда баш ҡалабыҙ үҙенең 450 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаясаҡ. Ә бөгөн Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм данлы ҡалабыҙға ҡәҙерле бүләк яһалды. Беҙ Өфөнөң үҙ исемен Рәсәй флоты караптары линейкаһында нығытыуға шатбыҙ. Былтыр Санкт-Петербургта ла “Өфө” һыу аҫты кәмәһе һыуға ебәрелгәйне. “Өфө” экипажына уңышлы һәм лайыҡлы хеҙмәт теләйем”, - тип белдерҙе республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин. Олег Яровиков фотоһы ("Башинформ").