Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хаҡ дүрт процентҡа кәмене

Былтыр майҙан быйыл майға тиклем Өфөләге яңы төҙөлгән йорттарҙағы фатирҙарға хаҡ дүрт процентҡа кәмене, тип хәбәр итте “Авито” ресурсы аналитиктары. Әммә, былтырғы апрель менән сағыштырғанда, хаҡ ике процентҡа артҡан. Квадрат метр хаҡы кәмемәй – бер йылға үҫеш – 0,5 , ә айына ике процент тәшкил иткән. Былтыр майҙа Өфөлә уртаса яңы фатирға хаҡ 5,2 миллион һум тәшкил иткән. Быйыл майҙа был сумма 5 миллион һум тәшкил иткән. Быйыл апрелдә – 4,9 миллион һум. Эксперттарҙың белдереүенсә, торлаҡҡа хаҡтың бер аҙ кәмеүенә тәҡдимдең артыуы йоғонто яһай. Ул бер йыл эсендә беренсел баҙарҙа – 51, ә һорау 24 процентҡа артҡан. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. “Апрель менән майға ҡарата уртаса һандарҙы сағыштырыу баҙарҙың яңылыҡтарҙы көтөүен күрһәткән. Тағы күсемһеҙ милек буйынса аналитиктарҙың хәбәр итеүенсә, төрлө ҡалалар баҙарҙарында хаҡтар “бәүелә”. Улар төрлө йүнәлешле һәм ниндәй ҙә булһа векторҙы күрһәтмәй. Мәҫәлән, фатирҙарға хаҡтарҙың кәмеүен йәки артыуын”, - ти аналитиктар. Фото: doverie-omsk.ru