Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы биҫтәгә – яңы парк

Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендәге яңы биҫтәлә яңы парк төҙөлә. Яңы объект Ҡырмыҫҡалы ауылының Чехов урамында барлыҡҡа киләсәк. Подрядсы – Өфөнән “Рефстройпроект” компанияһы. Әле ул буласаҡ парк урынында ер эштәрен башҡара. “Ағымдағы йылдың август аҙағына тиклем йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән һуҡмаҡтарға асфальт түшәләсәк, балалар өсөн резина япмалы майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк, видеокүҙәтеү ҡуйыласаҡ. Тағы паркта спорт майҙансығы төҙөләсәк, эскәмйәләр, бәләкәй архитектура формалары, урам тренажерҙары барлыҡҡа киләсәк”, - тип белдергән Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары Вадим Хәкимов. Килешеү хаҡы 6,29 миллион һум тәшкил иткән. Аҡса федераль бюджеттан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) буйынса бүленгән. Был программаға ярашлы, Ҡырмыҫҡалы районында һигеҙ йәмәғәт биләмәһе төҙөлгән, ә быйыл милли проекттар исемлегенә республика буйынса 123 объект ингән. Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.