Быйыл 1 сентябрҙән йорттарҙағы һәм фатирҙарҙағы газ ҡоролмаларын хеҙмәтләндереү менән газ бүлеү ойошмалары ғына шөғөлләнәсәк. Был хаҡтағы ҡарар Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған. Был ҡарар күп фатирлы йорттарҙа һәм шәхси өйҙәрҙә газдан файҙаланыуҙың хәүефһеҙлеген күтәрергә булышлыҡ итер тип көтөлә. Әле Рәсәйҙә төрлө ойошмаларға бер үк йорттарҙың газ системаларын хеҙмәтләндереүе рөхсәт ителә. Тик йыш ҡына был компанияларҙың күбеһенең хатта үҙҙәренең авария хеҙмәттәре юҡ. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы өйҙәрҙәге һәм фатирҙарҙағы газ ҡоролмаларын ремонтлау, техник хеҙмәтләндереү тураһындағы килешеүҙәрҙең яңы формаларын раҫлай. Министрлыҡ белгестәре тағы техник хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙе иҫәпләү буйынса методик күрһәтмәләрҙе әҙерләй. Шул уҡ ваҡытта шәхси торлаҡ йорттарын техник хеҙмәтләндереүгә килешеүҙәр 2024 йылдың 1 ғинуарынан да һуңға ҡалмайынса ғәмәлдә буласаҡ. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: pro-dachnikov.com