Башҡортостандың Балтас дауаханаһына яңы ҡорамалдар килтерелде. «РуСкан 60» яңы ультратауыш сканеры «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” федераль проектын («Модернизация первичного звена здравоохранения» национального проекта «Здравоохранение») тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһының Балтас үҙәк район дауаханаһына оҙатылды. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Күп функциялы сканер тиҙ диагностика үткәреү өсөн тәғәйенләнгән һәм сифатлы һүрәттәр алырға ярҙам иткән заманса юғары һөҙөмтәле һәм ышаныслы УЗИ аппараты булып тора. "Датчиктарҙың ҙур һайлауы арҡаһында ультратауыш системаһы аппараттың клиник ҡулланылышын ҙур күләмдә тәьмин итә. Яңы ҡорамалдар ҙур техник мөмкинлектәргә эйә һәм беҙҙең белгестәргә заман менән бергә атларға мөмкинлек бирә. Аныҡ визуализация тикшерелгән орган структураларында ваҡ үҙгәрештәрҙе күрергә мөмкинлек бирә, был ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡлауға булышлыҡ итә», — тип билдәләне дауахана