Өс класташ ҡыҙ - Нурсилә, Гөлйемеш һәм мин бәләкәйҙән "тағылып" бергә йөрөнөк, йыуашыраҡ уҡытыусыларҙың дәресендә өсәүләп бер парта артына тығылып ултыра торғайныҡ, ҡайҙа барһаҡ та айырылманыҡ тигәндәй. Гөлйемеш әхирәтебеҙҙе белә-белгәндән тыныс, аҡыллы, төплө ҡыҙ тип иҫләйем. Әле лә шулай сәбәләнмәй генә донъяһын көтә ул. Ә Нурсилә үҙ баһаһын белгән, һауалы, бәләкәйҙән эре ҡыҙ булды. Маҡтанырлығы ла бар үҙенең: зифа буй-һыны, ап-аҡ нәфис йөҙө, асығыраҡ төҫтәге күпереп торған сәсе, кейеме лә, ғөмүмән, үҙен тотошо ауыл ҡыҙҙарыныҡынан ныҡ айырылып тора ине шул. Өҫтәүенә бар яҡлап та һәләтле: яҡшы уҡый, бейей, матур итеп йырлай, шиғырҙарҙы уның кеүек ысын күңелдән һөйләй алған бүтән кешене тапмаҫһың. Ошо өҫтөнлөктәре тураһында белеп, ул беҙ өсәү араһында үҙен башлыҡ итеп тойғандыр, моғайын, һәр хәлдә, нимә булһа ла, ҡалған икәүебеҙ уның менән һәр саҡ ризалаша ла ҡуя инек. Өлкән кластарҙа уҡығанда ғына шәхсән үҙем фекеремде белдерә башланым, уның һәр әйткәненә "тайт" тиеүҙән туҡталдым. Бын