Башҡортостанда ҡала үҙәгенең туристик кодын проектлауға субсидиялар алыу тәртибе раҫланды. Башҡортостан Хөкүмәте «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә (в рамках реализации национального проекта «Туризм и индустрия гостеприимства») ҡаланың туристик үҙәген проектлау буйынса программаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн муниципалитеттарға республика бюджетынан субсидиялар биреү тәртибен раҫланы. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы средстволарҙы төп бүлеүсе булып тора. «Муниципаль берәмектәр бюджеттарына субсидиялар биреүҙең маҡсаты — туристар өсөн уңайлы мөхит булдырыу өсөн ҡала үҙәгенең туристик коды проектын тормошҡа ашырыу", - тиелә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнгән. Фото: асыҡ мәғлүмәттәрҙән.