Июндең беренсе йәкшәмбеһендә Көнгәк тауы итәгендә “Көнгәктән Парижға тиклем” байрамы үтте. “Атай-олатайҙар иҫтәлегенә тоғро булырбыҙ!” тарихи мәҙәни фестиваль сиктәрендә уҙғарылған сара йылдан-йыл тулыландырыла, йөкмәткеһе байытыла. Был көндө Аптраҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Томансы ауылы янындағы тарихи Көнгәк тауы битләүендә 1812 йылғы Ватан һуғышында Рус армияһының Европаны Наполеон яуынан азат итеүенә һәм һуғыштың 210 йыллығына арналған халыҡ байрамы тирә-яҡ ауылдарҙан ғына түгел, сит тарафтарҙан да ҡунаҡтар йыйҙы. Сарала “Хайдельберг-Симферополь” йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Магдалена Мелтер, Хельмут Герман, “Мәҙәни-ара үҙәк” йәмәғәт башланғыстарын үҫтереү буйынса коммерция булмаған ассоциация етәксеһе Валентина Латипова, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычков, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов һәм башҡалар ҡатнашты. Байрам 1811-1812 йылдарҙа тыуған төйәген француз илбаҫарҙарынан һаҡлауға күтәрелгән ҡаһар