Кисә хозур тәбиғәтле Бөрйән районында халҡыбыҙҙың милли байрамдарының береһе - һабантуй гөрләп үтте. Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ байрамы Һабантуй - күптәр өсөн көтөп алынған ваҡиға. Ул - ысын халыҡ байрамы. Ниндәй йәштә, ниндәй һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы берләштергән, изгелек, яҡшы кәйеф, дуҫтар, класташтар һәм туғандар менән осрашыуҙар бүләк иткән байрам ул. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар, хеҙмәт алдынғылары, йыр-моң оҫталары, бил бирмәҫ батырҙар, атта елдәй елгән егеттәр, таһыллыҡта һәм мәргәнлектә алдынғылыҡты бирмәҫ зирәктәр - барыһы ла ҡатнашты, күңел асты, байрам итте. Райондың хеҙмәт алдынғылары байрамға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҡулынан Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, аҡсалата бүләктәр алып ҡыуанһа, ат ярышында, төрлө спорт ярыштарында ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте, ҡурсаулыҡ эшен үҫтереүгә һәм тәбиғәтте һаҡлауға тос өлөш индергәне өсөн “Шүлгәнташ” ҡурсаулығының баш ғилми хеҙмәткәре Фитрат Йомағужин “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы” исеменә лайыҡ булды. Ниндәй һабантуй тирмәләрһеҙ үтһен?! Был юлы ла райондың һәр ауыл биләмәһе үҙ тирмәһен ҡуйҙы, уны көнкүреш кәрәк-яраҡтары, боронғо эш ҡоралдары, кәсепселек әйберҙәре, ҡул эштәре менән биҙәне. Тирмә эсендәге табындар ҙа милли ризыҡтарҙан һығылып торҙо. Барыһы ла ҡунаҡтарҙы йырлап-бейеп, сәк-сәк, милли эсемлектәр менән ҡаршы алды. Байғаҙылар Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап "дәрес үткәрһә", тимерҙәр "Ямғыр теләү" йолаһын күрһәтте.Жюри ағзаларының һөҙөмтәләре буйынса тирмәләр конкурсында- 3-сө урын - Кейекбай, Ҡыпсаҡ, Ҡолғана;- 2-се урын - Ғәлиәкбәр, Байназар;- 1-се урын - Аҫҡар, Тимер.- Гран-при - Байғаҙы ауыл биләмәһендә! Һабантуйҙа ситтән килгән ҡунаҡтар араһында Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһы башҡорттары ла бар ине. Ҡыштым ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Гөлсирә Истамғолова оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек иткән өсөн Бөрйән районы хакимиәте башлығына Ҡыштым ҡала округы башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.Тамаша ҡылыусыларға Ҡыштымдың "Йәшлек" башҡорт фольклор ансамбле йырҙарын бүләк итте. Көрәш буйынса абсолют еңеүсе исемен Әсхәт Ямғурсин яуланы, еңеүсегә тәкәгә өҫтәп иретеп йәбештереү аппараты ла тапшырылды. Һабантуйҙа халыҡ театрлаштырылған тамаша, район һәүәҫкәрҙәренең, сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең сағыу сығыштарын ҡарап кинәнде, төрлө ярыштарҙа ҡатнашты, милли йәйәнән уҡ атты, балалар өсөн дә милли уйындар үткәрелде, төрлө аттракциондар эшләне. Барыһы ла һабантуйҙан көс һәм дәрт алып, туғандары һәм дуҫтары менән осрашып, матур тамаша ҡылып, илебеҙгә һәм еребеҙгә тыныслыҡ теләп, ямғырҙар яуыуына теләктәр әйтеп таралышты. Текст сығанағы һәм фото: "Таң" гәзите.