“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Ынйы Вәлиева Ҡыйғы районының Октябрь ауылында ишле ғаиләлә һигеҙенсе бала булып донъяға килгән. Әсәһе ошо ауылда – уҡытыусы, атаһы бригадир булып эшләгән. Бала сағынан атаһы ҡыҙының медицина юлынан китеүе тураһында хыялланған. Хәҙер ике ҡәҙерле кешеһе лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъяла юҡ инде. Ынйы Нәғим ҡыҙының Силәбе өлкәһенең Һатҡы медицина училищеһын тамамлауына утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән инде. Түбәнге Ҡыйғы ауылындағы “Умырзая” балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Артабан ошо уҡ ауылдағы дауаханала – палата шәфҡәт туташы, аҙаҡ – балалар, әле психотерапия бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Ынйы Нәғим ҡыҙы - өс бала әсәһе. Ире Камил менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Өлкәндәре Рушана менән Ришаттың үҙ ғаиләләре бар инде, бәләкәсе Айбулат мәктәптә белем ала. “Атайым минең медицина өлкәһендә эшләүемде теләгәйне. Уның был уй-теләгенә ҡаршы килмәнем һәм хәҙер һис тә үкенмәйем. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, шәфҡәт туташы һөнәре оҡшай”, - ти ул. Ынйы Нәғим ҡыҙына конкурста, тағы эшендә, шәхси тормошонда уңыштар теләйек һәм уның өсөн лайктар ҡуяйыҡ, комментарийҙар яҙайыҡ. Фотолар: Ынйы Вәлиеваның шәхси архивынан.