Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йөк машиналары өсөн юл хәрәкәте сикләнә

Силәбе өлкәһе йүнәлешендә йөк машиналары өсөн юл хәрәкәте сикләнә Метеорологик күренештәрҙең насар булыуы (Һауа температураһы Цельсий буйынса 32 градустан юғары) менән бәйле 2023 йылдың 4 июнендә урындағы ваҡыт буйынса 12:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем участкала ауыр йөк ташыусы йөк транспорты өсөн юл хәрәкәте сикләнә. Бындай эҫелә ҙур йөк транспорты асфальтта юл ҡалдыра. 1548 километрҙан (Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиге) 1871 километрға тиклем М-5 Урал автомобиль юлы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендәге Федераль трассаларҙа юл йөрөү торошо тураһында тәүлек әйләнәһенә “Көньяҡ Урал” Федераль юл идаралығы – 8 (351) 266-65-63 (шылтыратыу бушлай) һәм +7 982 331 37 84 (WhatsApp) аша белергә була. Сикләү Силәбе өлкәһендә индерелә, Башҡортостан буйынса сикләүҙәр юҡ. Фото: autostat.ru