Ошо көндәрҙә Ташкент ҡалаһында Үзбәкстандағы башҡорт диаспораһы вәкилдәре өсөн Башҡортостандың халыҡ ижады буйынса оҫталары төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Башҡорт традицион кейеме реконструкторы Хәмдиә Дәүләтова башҡорт кейеменең ете комплексы һәм күкрәк биҙәүестәре хаҡында һөйләне. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Ш.Бабич һәм М.Мортазин исемендәге премиялар лауреаты Рәйес Низаметдинов башҡорт милли музыка ҡоралдарында ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа нисек уйнарға кәрәклеген күрһәтте. Инвир Хисаметдинов башҡорт ораторлыҡ сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Бөгөн Ташкент ҡалаһының Мирзо Олуғбәк исемендәге «Central Park» мәҙәниәт һәм ял паркында милли һабантуй байрамы үтә. Унда Башҡортостан Республикаһынан рәсми делегация ла ҡатнаша. Сығанаҡ: rcntrb.com
Үзбәкстандағы милләттәштәребеҙ өсөн - оҫталыҡ дәрестәре
4 июня 20234 июн 2023
~1 мин