“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы маршруттары. Быйыл “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башланғандан алып белгестәр 51 952 кешене ҡабул иткән, 14 448 тикшереү үткәргән, шул иҫәптән 9 183 флюорография, 5 265 маммография. 1 322 гражданда ҡанда глюкоза кимәле юғары, 2 415-ендә ҡанда холестерин кимәле юғары, 2 887 кешелә ҡан баҫымы юғары, 2 282-ендә - артыҡ ауырлыҡ. Табиптар тәүге тапҡыр 1 311 социаль әһәмиәтле сирҙе асыҡлаған. 861 пациентҡа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары диагнозы ҡуйыла, 85 кешегә яман шеш, 356 кешегә шәкәр диабеты, туғыҙ кешегә туберкулез диагнозы ҡуйыла. Асыҡланған социаль әһәмиәтле ауырыуҙар менән сирләгән бөтә граждандар ҙа диагнозды аныҡлау өсөн тикшереүгә йүнәлтелгән, уларға дауалау тәғәйенләнгән. Ойошторолған бригадалар графикка ярашлы алты районда эшен дауам итә: - Белорет маршруты Әбйәлил районында эште тамамлай (05.06 Тупаҡ ауылында, 06.06 Әбйәлил ауылында, 07.06 Ҡужан ауылында) Һәм Бөрйән районында (08.06-09.06 Әбделмәмбәт ауылында) эшләй б