Шәфҡәт туташы һөнәренең бик кәрәкле, әммә шул уҡ ваҡытта ауыр ҙа, яуаплы ла икәнлеге хаҡында яҡшы беләбеҙ. Өҫтәүенә, уларға тажзәхмәт кеүек заман сирҙәре менән көрәшергә, шул уҡ ваҡытта төрлө хәлдәр менән осрашырға һәм төрлө холоҡло кешеләр менән эшләргә тура килә. Улар ихласлығы, шәфҡәтле уйҙары менән сирлеләр күңеленә туранан-тура юл һала. "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Резеда Әсләм ҡыҙы Усманова – Өфө ҡалаһындағы 5-се ҡала клиник дауаханаһында участка шәфҡәт туташы. Ул 1999 йылда Белорет медицина колледжын “Акушерлыҡ эше” белгеслеге буйынса тамамлаған. 2003 йылға тиклем – фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире, артабан баш ҡалалағы 1-се поликлиникала – дөйөм практика шәфҡәт туташы, артабан 2016 йылда 5-се ҡала клиник дауаханаһында участка шәфҡәт туташы булып эшләй. Шуныһы үҙенсәлекле: уның ҡыҙы Лиана ла шәфҡәт туташы. Улы Никитаға иһә дүрт йәш. Резеда Әсләм ҡыҙы өсөн эшеңде ерен еткереп атҡарыу, яуаплылыҡ, теүәллек, ихласлыҡ кеүек сифаттар хас,