Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һеҙ тәлге бешергәнегеҙ бармы?

Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында йәшәгән оҫта ҡуллы Фәриҙә Сәлимйәнованың даны бар республикаға таралған. Ул ҡул эштәренә генә оҫта түгел, шулай уҡ баҡса үҫтереү буйынса ла уға тиңләшеүселәр юҡтыр. Аш-һыуға ла маһир. Ошо көндәрҙә Фәриҙә Сәлимйәнова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә ят ризыҡ әҙерләп, уны фотоға төшөрөп һалды. "Тәлге бешерҙем, кем белә? Нимә ул?" - тигән ҡыҙыҡтырырлыҡ һорау ҙа яҙған. Ысынлап та тәлге нимә ул? Һеҙҙең яҡта уны нисек атайҙар? Үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе яҙып үтһәгеҙ ине. Ә Фәриҙә апай: "Картуф һымағырак,ҡаймаҡҡа болғап ашаныҡ", - тип бер аҙ асыҡлыҡ та индергән. Фото: Фәриҙә Сәлимйәнова.