Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге башҡорт халыҡ милли уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың республика бәйгеһендә төп еңеүҙе ҡурайсы Айнур Назаров яуланы! Айнур Басир улы бөгөнгө көндә Благовещен районында эшләһә лә, сығышы менән республикабыҙға бик күп данлыҡлы сәнғәт эшмәкәрҙәрен биргән Бөрйән районынан. Төп приз өсөн йөҙ мең һумға сертификат булһа, ҡалған урындарға ла шәп бүләктәр эләкте. Улай ғына ла түгел, быйылғы йылда бәйгене ойоштороусыларҙың береһе, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Ҡурай” исемле почет билдәһе булдырған ине. Был билдә башҡорт халыҡ музыка уйын ҡоралы ҡурайҙы пропагандалағаны һәм уның үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн арҙаҡлы ҡурайсыбыҙ Азат Миңлеғәле улы Айытҡоловҡа һәм Мари Иле Республикаһынан килгән Йошкар-Ола башҡорттары Ҡоролтайының рәйесе, ҡурайсы Нурдәүләтов Муса Солтанморат улына тапшырылды. Данлыҡлы ҡурайсыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған был республика бәйгеһенә йәмғеһе 255 ҡурайсы, ҡыл-ҡубыҙсы һәм думбырасы килгән ине. Шулай итеп, ҡ