Халыҡта “май миндеге - иң шифалыһы” тигән инаныу йәшәй. Уны иҫкесә июнь урталарына тиклем әҙерләр кәрәк. Ҡайын миндеген бер аҙ һуңыраҡ та мөмкин, ул саҡта япраҡтары нығыраҡ, тығыҙыраҡ була. Ҡайын миндеге быуындар ауыртыуынан, ауыр эштән һуң һыҙланғанда бигерәк тә файҙалы. Ул тирене таҙарта, кешене тынысландыра, кәйефте күтәрә. Яңы йәш япраҡтан бәйләнгән миндектең еҫе бар мунсаға тарала, бөтөн тәнеңде сихәтләндерә. Уны бешергән һыу менән сайҡатһаң, сәс нығына, ҡауаҡ бөтә, тиҙәр. Имән миндеге тире майлы булғанда бигерәк тә файҙалы. Ул сыбыртмаларҙы бөтөрә, биткә матур төҫ бирә. Ҡайһы бер тире ауырыуҙарын дауалау, аяҡ тирләүен кәметеү өсөн файҙаланыла. Имән миндеге көс бирә, тип тә әйтәләр. Йүкә миндеге баш ауыртыуын бөтөрә, бөйөр эшмәкәрлеген яҡшыртыуға һәләтле, яҡшы тирләтә, тынысландыра. Ул ҡыш айырыуса файҙалы: тәндән һыуыҡты ҡыуа, ҡаҡырыҡты сығара. Шулай уҡ ерек, мышар, кесерткән миндектәре лә бәйләйҙәр. Һуңғыһын бил ауыртҡанда, тән һыҙлағанда дауа итеп ҡулланалар. Кесерткән миндеген