Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы рәсми делегацияһының Үзбәкстанға эш сәфәре дауам итә. Кисә улар Бохара ҡалаһында Башҡорт-татар милли-мәҙәни үҙәгендә булды, бөгөн яҡташтар менән осрашыу Сәмәрҡәнд ҡалаһында үтте. Сәмәрҡәнд өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара. Улар урындағы милли-мәҙәни ойошмалар эшмәкәрлегендә мөһим урын алып тора. – Быйыл беҙҙең үҙәккә 30 йыл тула. Төп эшебеҙ – телебеҙҙе, мәҙәниәтте, тарихты һаҡлау. Бының өсөн төрлө саралар үткәреп торабыҙ. Салауат Юлаев, Мостай Кәрим, Муса Гәрәев һәм башҡа бик күп арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың юбилейҙарын билдәләйбеҙ. Йыл һайын һабантуйҙарҙар ойошторабыҙ. Башҡортостандан артистар, яҙыусылар, шағирҙар килһә, осрашыуҙар ойошторабыҙ. Былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың килеүе беҙҙең эшмәкәрлеккә мәртәбә өҫтәне, эшебеҙгә йән өрөп китте, – тине Сәмәрҡәнд башҡорттары. - Үзбәкстан - күп милләтле ил. Беҙ үҙ халҡыбыҙҙы тиңд
Сәмәрҡәнд башҡорттары тыуған ерен онотмай, үҙ тарихы менән ҡыҙыҡһына
3 июня 20233 июн 2023
3 мин