Табиптың уң ҡулы булған, һаулығыбыҙҙы нығытыуға ҙур өлөш индергән һөнәр эйәләре бар. Улар – шәфҡәт туташтары. Аҡ халатлы, оло йөрәкле, шәфҡәтле “фәрештәләр”, тип йөрөтәләр уларҙы. “Башҡортостан” гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә барған, 18 июндә билдәләнәсәк Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған конкурста ла тап ошо һөнәр эйәләре – шәфҡәт туташтары ҡатнаша. Уларҙың төп маҡсаты – халыҡ сәләмәтлеген нығытыу, киҫкен сирҙәрҙе булдырмау өсөн прививкалар эшләү һәм башҡалар. Беҙ улар менән һеҙҙе таныштырасаҡбыҙ. Альбина Наил ҡыҙы Килдейәрова – Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының анестезиология һәм реанимация (нейрореанимация) бүлексәһендә шәфҡәт туташы. Ул 1998 йылдың 28 июлендә Әбйәлил районы Мәхмүт ауылында тыуған. XI класты тамамлағас, Өфө ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт медицина университетының колледжына уҡырға ингән. Уны тамамлағандан һуң, Башҡортостандың төп дауаханаларының береһенә – Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының анестезиология һәм реанимация (ней