Робот-охранник..... Юмористика. Элекке заманда мәктәптә, балалар баҡсаһында, театрҙа ишек төбөндә вахтерҙар (ҡарауылсылар) ултыралар ине. Күберәген пенсия йәшендәге оло кешеләр, улар шунда эшләгән бар кешеләрҙе үҙ итеп бөткәндәр, һәр ҡайһыһына исемләп, ҙурлап өндәшеп, хәлдәрен белешеп торғандар. Һәр кем үҙенең йәмғиәттә торған урынын, вазифаһы буйынса хөрмәтле булған. Доньялар үҙгәреүе, бөтә илдәрҙә террактар күп булғас, элекке ҡарауылсы, вахтер әбей, бабайҙарҙы хәрби кейемдәге охранниктар алмаштырып бөттө. Ә ул охранник тигәндәре, робот кеүектәр, улар ҡағыҙға яҙылған ҡағиҙәләр буйынса ғына эшләйҙәр, кешелек сифаттары юҡ һымаҡ. Ҡайҙа тәғәйенләйҙәр, шунда барып ултыралар, минеңсә ысынлап бер-бер хәл булһа(хоҙай ҡушмаһын) ул охранниктар урындарынан да ҡуҙғалмай телевизор йәки телефондарына текләп ултырырҙар ул. Шундай моңһоҙ, кергән-сыҡҡан кешеләрҙең исемен түгел, шул берләшмәлә эшләгәндәрҙе лә танымайҙар.Бәлки роботтар яҡшыраҡ булыр , сөнки уларҙан төрлө еҫтәр сыҡмаҫ, бөтә ергә һатып до