Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Аҡсарлаҡ" балаларҙы ҡабул итергә әҙер!

Билдәле булыуынса, ҡыш көнө тәбиғәттең иң матур ҡосағында урынлашҡан "Аҡсарлаҡ" һауыҡтырыу һәм ял лагеры көл-күмергә әйләнде. Был район өсөн көтөлмәгән оло ҡаза булды. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡарары менән ниндәй генә ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, балалар лагеры йәй көнө төҙөләсәк һәм уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк талап ҡуйылды. Һәм әйткән һүҙ үтәлде, лагерь өр-яңынан төҙөлдө. "Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй - шулай атар инем был проекты. Ысынлап та "Аҡсарлаҡ"тағы янғын беҙҙең өсөн оло һынау булды. Әммә беҙ нисек кенә булмаһын, уҡыусыларҙың йәйге ялын ваҡытында ойошторорға тигән маҡсат алдыҡ. Бер ай эсендә УГМК - «Холдинг» ( "Башҡорт баҡыры" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт һәм "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" акционер ойошмаһы) бағыусылыҡ ярҙамы менән йоҡо корпустары төҙөлдө, мебелдәр, постель кәрәк-яраҡтары, посудалар һатып алынды. Бөгөн беҙ ҙур ышаныс менән өр-яңы лагерь 8 июндә балаларҙы ҡабул итәсәк тип әйтә алабыҙ", - ти район башлығы Рөстәм Динислам улы. Тиҙҙән өр-яңы лагерҙа балаларҙың шат тауыштары яңғырар, улар йәмле тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итер, һаулыҡтарын нығытыр һәм Һаҡмарҙа һыу инеп яңы көс һәм дәрт менән мәктәпкә барыр. Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайтынан.