Йылайыр районында Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың республика бәйгеһе бара. Быйылғы бәйге мәшһүр ҡурайсының тыуыуына 95 йыл тулыуға бағышлана. Сараны асып, ҡатнашыусыларҙы Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, ордены кавалеры, конкурстың жюри рәйесе, ҡурайсы Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов сәләмләне, фатихаларын бирҙе. 150-гә яҡын ҡурайсы, думбырасы, ҡыл-ҡубыҙсыны йыйған был бәйгенең программаһы бик бай. Беренсе көн, байрамды асыу тантанаһынан һуң, иң кескәй музыканттар көс һынашҡас, республиканың ун бишләп районынан, Силәбе өлкәһе, Йошкар-Оланан килгән бәйгеселәр Иҫке Яҡуп ауылындағы Ишмулла Дилмөхәмәтов музейына, Таштүрә тауына артылып, “Ишмулла ҡурайы”на сәфәр ҡылды, мәшһүр ҡурайсы һәм Урал батыр тураһында фильмдар ҡараны. Бәйгенең икенсе көнө Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнаусы хөрмәтле остаздар һәм етәкселәр ҡатнашлығындағы “түңәрәк өҫтәл”дән башланды. Бында ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡубыҙҙың киләсәге һәм дә ваҡытында ошо музыка уйын ҡоралдарын тергеҙгән, һаҡлап ҡалған абруйлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен тағы ла киңерәк рәүештә мәңгеләштереү хаҡында һүҙ барҙы. Шулай итеп, халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралдарына яңы һулыш биреп, уларҙы үҙ ижадтарында йәшәтеүсе, Ишмулла Дилмөхәмәтов кеүек шәхестәребеҙҙән өлгө алып, уларҙың юлын дауам итеүсе йөҙәрләгән сәнғәт эшмәкәрҙәренең ҡыҙыу бәйгеһе әлеге ваҡытта дауам итә. Уңыштар юлдаш булһын һәр кеменә! Фотолар: Йылайыр ауылының Мәҙәниәт һәм күңел асыу үҙәге.