Талбазы үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, яңы медицина ҡорамалы – “Элепс” электрохирургия аппараты алынды. Яңы ҡорамал хирургияла йомшаҡ туҡымаларҙы ҡырҡыу һәм ҡан ағыуын туҡтатыу өсөн ҡулланыла. Ул юғары йышлыҡлы тулҡындар һәм ионлы газ етештереп сығара, шул арҡала күҙәнәктәр тарҡала. –Яңы электрохирургия аппараты “Элепс” хирургтарҙың көндәлек эшендә бик кәрәк, ул ҙур һорау менән файҙалана. Айырыуса тиреләге шештәрҙе ҡырҡып алып ташлау өсөн, – тип билдәләне Талбазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Роберт Иштуков. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.