Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ йәшәү, ғүмерҙе нисек файҙалыраҡ, яҡшыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ үткәреү тураһында уйланаһыңмы? Түбәндәге кәңәштәр шундай ғәмлеләр өсөн. 1. Иртә тороу. Ҡағиҙә булараҡ, уңыш ҡаҙанған кешеләрҙең барыһы ла иртә тороусан. Бар тереклектең уяныу мәле – көндөң иң мөһим һәм илһамландырғыс ваҡыты. Иртә тороуҙы ғәҙәт иткән кешеләр, элек йоҡлап уҙғарған ваҡыттарын йәлләп, тормоштоң асылын аңламағанбыҙ, ти. 2. Бирелеп китап уҡыу. Телевизорҙан мәғәнәһеҙ тапшырыуҙар ҡараған йәки компьютерҙа көн үткәргән ваҡытығыҙҙың әҙ генә өлөшөн булһа ла яҡшы китап уҡып үткәрһәгеҙ, һеҙ аралашҡан кешеләрегеҙ араһында иң белемлеһе булырһығыҙ. Китап уҡыған кешенең күп эше үҙенән-үҙе килеп сыға. Марк Твен әйткәнсә, “Яҡшы китап уҡымаған кеше бөтөнләй уҡый белмәгәндән әллә ни айырылмай”. 3. Ябайлаштырырға өйрәнеү. Ябайлаштырыу – ул кәрәкмәгән әйберҙән ҡотолоу, мөһимде ваҡ-төйәктән айыра белеү. Файҙаһыҙ, кәрәкмәгән мәғлүмәттән, әйберҙән ҡо