Баш ҡалабыҙ Өфөлә төҙөлөп ятҡан “Әр-Рәхим” мәсетендә тәүге аҙан яңғыраны. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә хәбәр иттеләр, шулай уҡ кешеләр мәсеттә яңғыраған аҙан тауышы яҙылған видеолар менән дә уртаҡлаша. Тәүге аҙан үткән йомала – 26 майҙа яңғыраһа, бөгөн 2 июндә ул тағы ла ҡабатланды. Әйтеүҙәренсә, хәҙер бында аҙан тауышы һәр йомала яңғыраясаҡ. Социаль селтәрҙә күптәр был хәлгә ҡыуаныуын белдерҙе, изгегә юраны. Әйткәндәй, бөгөн “Әр-Рәхим” мәсетенең артабанғы яҙмышына ҡағылышлы һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлаштылар: унда төҙөлөш эштәре тергеҙелә. Был хаҡта БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов әйтте, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Ул төҙөлөш эштәренең Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы башлануыны билдәләне. “Иҫегеҙгә төшөрәм, мәсет төҙөлөшө 2007 йылда башланғайны. Бынан һуң проект-смета документацияһына байтаҡ төҙәтмәләр индерелде һәм төҙөлөш эштәре туҡтап ҡалды. Радий фәрит улының ҡушыуы буйынса беҙ биләмәне төҙөкләндереү эшт